Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 10:15

Вертолет ни өсөн ҡолаған?

Һәләк булғандарҙың шәхестәре һәм фажиғә сәбәптәре асыҡланды.

Вертолет ни өсөн ҡолаған?
Вертолет ни өсөн ҡолаған?

7 ғинуарҙа Благовещен районының Ҡарағайкүл ауылы янында Өфөнән Павловкаға юлланған шәхси вертолеттың ҡолауы тураһында хәбәр иткәйнек. Фажиғә һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булды: билдәле юрист, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Андрей Олейник (36 йәш), Олег Андреев (58 йәш). Вертолет пилоты Айрат Ғабдуллин ауыр хәлдә. 

РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса баш идаралығы енәйәт эше асҡан. Тәфтишселәр авиаһәләкәттең яҡынса сәбәптәрен асыҡлаған: хәүефле һауа шарттары, пилот хатаһы һәм вертолеттың төҙөк булмауы. Әлеге ваҡытта тикшереү дауам итә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: