Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 22:46

ЦУР хәбәр итә!

Республикаға идара итеү үҙәге Мәсетле районындағы автобус мәсьәләһен хәл иткән.

ЦУР хәбәр итә!
ЦУР хәбәр итә!

«Мәсетле үҙәгенән Оло Аҡаға ни бары 17 саҡрым ғына. Бик төпкөл ауыл түгел, Оло Ыҡтамаҡ янында урынлашҡан тиерлек. Әммә бында ни сәбәптәндер маршрут автобусы йөрөүҙән туҡтаған.

1 ноябрҙә ошо ауылда йәшәгән бер ҡатын социаль селтәрҙә йөклө килеш нисек район үҙәгенә барып етеүе хаҡында яҙған яҙған. Ә такси бит ҡыйбат –  400 һумға төшә. 

Ауырлы ҡатындың яҙмаһы Республикаға идара итеү үҙәгенә килеп эләкте. Хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ Мәсетле районы хакимиәте менән бәйләнешкә сыҡты. Баҡһаң, маршрут килемһеҙ булыу сәбәпле ябылған булған. Әммә халыҡ ыҙаларға тейеш түгел бит. Муниципалитет әлеге маршрут буйынса конкурс үткәрҙе һәм 9 декабрҙә яңы ташыусы менән килешеү төҙөнө. Хәҙер Оло Аҡа – Оло Ыҡтамаҡ автобусы дүшәмбенән йомаға көнөнә өс тапҡыр йөрөй. Ә беҙ артабан эште дауам итәбеҙ», – тип хәбәр итәләр ЦУР-ҙың рәсми сәхифәһендә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: