Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 14:23

Ҡәмәриә, Йәсминә, Мәҙинә, Әмир...

Былтыр бәпестәргә иң күп ҡушылған исемдәрҙе атанылар.

Ҡәмәриә, Йәсминә, Мәҙинә, Әмир...
Ҡәмәриә, Йәсминә, Мәҙинә, Әмир...
БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 2021 йылда малайҙарға ҡушылған иң популяр исем булып Әмир табылған. Артабан рейтингты Кәрим, Ислам, Сәмир, Эмир, Артем, Владислав, Глеб, Данил, Егор, Кирилл, Лев, Матвей, Никита, Роман, Платон, Тимур, Ярославтар дауам итә.

Ә ҡыҙҙарға ҡушылған исемдәр араһында иң киң таралғаны: Алиса. Шулай уҡ Амелия, Валерия, Дарина, Ева, Камилла, Злата, Мадина, Оливия, Полина, Рамина, София, Татьяна, Ульяна, Эмилия, һәм Йәсминә.
  
Комитет белгестәре Ҡәмәриә исемен иң үҙенсәлеклеһе тип тапҡан. Беҙҙең өсөн иһә исемлектәге Ведара, Генриетта, Дэбора, Шанель, Фиалка ят булған кеүек, улар өсөн Камария (йәғни Ҡәмәриә) ҡыҙыҡлы тойолғандыр. Ир-егет исемдәре араһында иң үҙенсәлеклеләре: Алистар, Авдей, Багдан, Бьёрн, Варсель, Велимир һ.б.
 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: