Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһында ваҡытлыса хәрәкәт сикләнде. Төшкө сәғәт өсөнсө яртыла һауа шарттары насарайыу сәбәпле, федераль трассаның 41-се саҡрымынан 90-сы саҡрымына ҡәҙәр юл ябылды, йәғни Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса, Ауырғазы районының Кәбәс ауылдары эргәһендә. Был участкала пассажир автобустарына, маршрут таксиһына, йөк автомобилдәренә хәрәкәт итеү тыйыла.
Юл хеҙмәттәре хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләй, әлеге ваҡытта трассаны таҙалауға 16 берәмек техника йәлеп ителгән.
«Урал буйы» юл идаралығы етәкселеге водителдәрҙе иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм алыҫ юлға сығыуҙан туҡталып торорға кәңәш итә.