Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 19:36

Өфө - Инйәр - Белорет юлында хәрәкәт сикләнде!

Өфө - Ырымбур федераль трассаһында юл киреһенсә асылды.

Өфө - Инйәр - Белорет юлында хәрәкәт сикләнде!
Өфө - Инйәр - Белорет юлында хәрәкәт сикләнде!

Һауа шарттары насарайыу сәбәпле (буран, насар күреү мөмкинлеге - 100 метрҙан кәм), төнгө сәғәт ун икегә тиклем Өфө - Инйәр - Белорет автоюлында йөк машиналарына хәрәкәт итеү тыйылды. Сикләү ваҡытының үҙгәреүе ихтимал. 

Р-240 Өфө - Ырымбур федераль трассаһында юл киреһенсә асылды. Бында Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан Ауырғазы районының Кәбәс ауылына тиклем хәрәкәт сикләнгәйне. Шулай уҡ Өфөгә йөк машиналарына инеү рөхсәт ителде.

Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефон номеры - 112.

БР Юл хужалығы хеҙмәтенең тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер телефоны: 8-927-955-11-00 .

#бдд #дорогирб #удхрб

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: