Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 11:44

Эшләйем тигән кешегә ярҙам бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарҙар өсөн булдырылған ярҙам саралары тураһында һөйләне. 

Эшләйем тигән кешегә ярҙам бар
Эшләйем тигән кешегә ярҙам бар

«2021 йылдың 11 айында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны дүрт меңгә артҡан һәм 126,2 меңгә барып еткән. Шәхси секторҙа мәшғүллек 454 меңде тәшкил итә, 22 мең яңы эш урыны булдырылған. Үҙмәшғүлдәр һаны ла ике тапҡырға артҡан, хәҙер уларҙың һаны – 72 мең.

Социаль предприятиелар һаны буйынса республикабыҙ илдә икенсе урында, шәхси эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урында. 

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектына ярашлы, йүнселдәргә финанс, милек, мәғлүмәт һәм консультация йәһәтенән ярҙам күрһәтелде. 2021 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бюджеттан 1,1 миллиард һум аҡса бүленде, шуның 735,7 миллион һумы милли проект ярҙамында йәлеп ителде. Эшҡыуарҙарына дөйөм алғанда 500 млн һум суммаһына 312 микрозайм бирелде.

Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһының һәм Лизинг фондының льготалы лизингы менән 61 эшҡыуар файҙаланды, был маҡсатҡа 614 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Шулай уҡ республиканың гарантия фонды 183 йүнселгә 4,5 миллиард һум күләмендә кредит алырға ярҙам итте. 347 ойошма һәм 32 үҙмәшғүл муниципаль субсидия алды. Бының өсөн республика бюджетынан 134,6 миллион һум аҡса бүленде.

Үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн 116 социаль эшҡыуар 500-шәр мең һум күләмендә грант алды. 2,5 меңдән ашыу эшҡыуар үҙенең проектын эшҡыуарлыҡ сәғәтендә тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта бизнес-шәрифтәр тарафынан да ярҙам ҙур, улар 3,2 меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итә, был – 300 миллиард һум тирәһе инвестиция. Былтыр 900 проект тормошҡа уңышлы ашырылған, 3,6 мең яңы эш урыны булдырылған. Республика район-ҡалаларында яңы 14 коворкинг-үҙәк асылған», – тип яҙған үҙ сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: