Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 18:26

Белорет районында ҡурҡыныс авария!

Бөгөн төшкө сәғәттәрҙә биш машина бәрелешкән.

Белорет районында ҡурҡыныс авария!
Белорет районында ҡурҡыныс авария!

Өфө – Белорет – Магнитогорск юлында биш машина: бер фура һәм 4 еңел автомобиль бәрелешкән, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы.

Транспортта 6 кеше булған, шуларҙың өсәүһе балалар. Улар төрлө тән йәрәхәттәре алған. Барыһын да яҡындағы Белорет үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. Урынға МЧС көстәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр барған, тиҙ арала юлда хәрәкәт көйләнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 
 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: