-7 °С
Болотло
2021 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға яңы тарифтар индерелде. Граждандарҙың бөтә категориялары өсөн дә бер кубометр сүпте ташыу яҡынса 500 һумға төшә. Өфөлә шәхси секторҙа йәшәүселәр йылына 1,95 кубометр ҡый булдыра, күп ҡатлы йортта йәшәүселәр – 1,92 кубометр.
Ошоно иҫәпкә алып, ҡалдыҡтарҙы ташыу һәм күмеү 81 һум 43 тингә төшәсәк. Һөҙөмтәлә Өфөлә күп ҡатлы йортта йәшәүселәр айына 75 һум урынына 80 һум түләйәсәк, шәхси секторҙағылар 81 һум 26 тин.
1 июлдән сүп-сар сығарыуға хаҡ 514 һумға артыуы көтөлә.