Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 13:58

Баш ҡалаға инеү сикләнде

Билдәле сәбәптәр арҡаһында киске сәғәт бишкә тиклем.

Баш ҡалаға инеү сикләнде
Баш ҡалаға инеү сикләнде

Насар һауа шарттары арҡаһында һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында Өфөгә ҡайһы бер транспорт сараларына инеү сикләнде. Атап әйткәндә, Өфө-Аэропорт, Өфө-Шаҡша-КПМ, Өфө-Жилин һәм Өфө-Затон-КПМ йүнәлештәре буйынса ҙур йөк машиналарына инеү тыйылды. 

Сикләү киске сәғәт бишкә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. 

Ҡала хеҙмәттәре ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе һорай һәм ғәфү үтенә.  

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: