Төрлө хуш еҫ ҡушылған, диңгеҙ тоҙо һалынған, йомшаҡ күбекле һыулы ваннала ятыуы рәхәттер. Таҙарынып ҡына ҡалмайһың, тәнең яҙыла, ял итә, стрестан арынаһың, тынысланаһың. Тик һуңғы ваҡытта косметологтарҙың ҡайһылары, тирене артыҡ көсөргәндерергә ярамай, тип белдерә.
Ваннаға һалынған гелдәр, “пенка”лар, майҙар тирене арытыуы ла ихтимал. Бик һаҡ булырға кәңәш ителә.
Файҙаһы бар, бәхәсһеҙ. Мәҫәлән, диңгеҙ тоҙо ҡушылған күбектәр көс бирә, лимфоалмашыныуҙы яҡшырта, елһенеүгә ҡаршы тора ала. Ылыҫ, ҡарағай, пихта экстракттары ҡушылған күбек нервылар системаһын көйләй, тыныс йоҡлата. Алоэ вера менән күбек тирене йомшарта. Аҡсәскә һәм бөтнөк шешенеүҙән һаҡлай, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә. Әфлисунлы, лимонлы күбектәр ҡан әйләнешен яҡшырта, шлактарҙы сығара.
Тик шуға иғтибар итегеҙ: йөрәк сирлеләргә эҫе ванна ярамай. Шулай уҡ эвкалипт, бөтнөк экстракттары тыйыла. Аллергиктарға ла бик һаҡ булырға кәрәк.
Бәғзе бер гинекологтар күперекле ваннала ятыу ҡатын-ҡыҙға кире йоғонто яһауы барлығын иҫкәртә. Көслө хуш еҫләндергестәр тәбиғи майҙарҙы нейтралләштерә, нескә тирене ҡуҙғыта, кислота-һелте балансын үҙгәртә.
Фото: vk.com