-4 °С
Болотло
Төндә һауа температураһы 8-13 градус һалҡын булһа, көндөҙ - +2, -3 градус.
Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов водителдәрҙе юлда үтә иғтибарлы булырға саҡыра. Тормоз системаларын, тәҙрә таҙартҡыстарҙы ла тикшереп юлға сығығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, хәүефле маневрҙар яһамағыҙ, тип иҫкәртә.
Йәйәүлеләр иһә тайғаҡ юлда транспорт сараһының тормоз юлы бермә-бер артҡанын онотмаҫҡа тейеш. Юл аша махсус билдәләнгән урындарҙан сығығыҙ, яҡтылыҡты сағылдыра торған кейем кейегеҙ.
Фото: info-rm.com