Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2022, 11:55

Белоретта етди "ЧП"!

Бында үҙәк йылытыу магистраль торба үткәргесенең бер өлөшө иҫкереп тишелгән һәм 15 меңдән ашыу кеше йәшәгән 176 күп фатирлы йорт йылытыуһыҙ тороп ҡалған. 

Белоретта етди "ЧП"!
Белоретта етди "ЧП"!

Бынан тыш, 14 социаль объект - мәктәптәр, балалар баҡсалары, педколледж, поликилинакалар, тубдиспансер ошо хәлгә дусар булған. 

Ярай бөгөн Бнлоретта йылытып тора, сасҡау һыуыҡ булһа кешеләр нимә эшләр ине икән?

Әле ремонтсылар (14 кеше һәм биш берәмек техника) "ЧП" урынында - Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан 20-се мәктәп янында тишелгән торбаны йүнәтә. Улар төштән һуң эште тамамлап, системаны тултырырға ниәтләй.

Ваҡиға урыны тейешле хеҙмәттәр контролендә, Белорет районы башлығы Андрей Иванюта ла бында. 

«Нахожусь на месте прорыва на магистральной трубе теплоснабжения в районе школы 20 на улице 50 лет Октября в Белорецке. Тепло и горячую воду отключили в восьми микрорайонах. Это 176 многоквартирных домов, 14 социальных объектов: детская поликлиника, противотуберкулëзный диспансер, заводская поликлиника, педколледж, детские сады и школы. Специалисты уже приступили к устранению аварии, ведутся сварочные работы. Начать заполнение системы теплоносителем планируем в 14 часов. Потерпите, делаем всë возможное!», - тип ул социаль селтәр аша барыһына ла мөрәжәғәт итте.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: