Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 17:30

Йыр өйрәнәйек!

Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ! Р. Тимерова һүҙҙәре М. Смаков  көйө. Бер- береһен өҙөлөп һөйгәндәрҙе Ғәйбәт уттарына һалмағыҙ. Ҡағылмағыҙ, зинһар, бысратмағыҙ, Һөйөү бит ул сафлыҡ – аңлағыҙ! Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ! Бөгөн мин бәхетле, иртәгә- һин. Балҡып торһон барыр юлығыҙ! Кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр, Был һүҙ бик дөрөҫ, хаҡ әйтелгән. Үлгәндәр бит кире ҡайта алмайҙар, Әйткән һүҙгә һуңлап үкенмә. Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ! Бөгөн мин бәхетле, иртәгә - һин, Балҡып торһон барыр юлығыҙ!

Йыр өйрәнәйек!
Йыр өйрәнәйек!

Был йыр Ғәзим Ильясовтың репертуарынан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: