Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 18:45

Үҙмәшғүлдәр өсөн

2022 йылда Башҡортостанда дәүләт милкенән файҙаланған үҙмәшғүл граждандарға аренда түләүендә ташламалар ҡараласаҡ.

Үҙмәшғүлдәр өсөн
Үҙмәшғүлдәр өсөн

2022 йылда Башҡортостанда дәүләт милкенән файҙаланған үҙмәшғүл граждандарға аренда түләүендә ташламалар ҡараласаҡ. Льгота беренсе йылда – 40 процент, икенсе йылда – 60 процент, өсөнсө йылда – 80 процент тәшкил итәсәк.

–      Үҙмәшғүл граждандарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итеү – беҙҙең ведомствоның мөһим эш йүнәлештәренең береһе.

Нимә ул бизнес? Ул – яңы эш урындары ла, республика иҡтисадын яҡшыртыу ҙа, төбәктең инвестиция йәһәтенән йәлеп итеүсәнлеге күрһәткестәрен яҡшыртыу ҙа, – ти БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев.

Шулай уҡ үҙмәшғүл граждандарға, эшҡыуарҙарға, коммерция ҡарамағында булмаған социаль йүнәлешле  ойошмаларға ярҙам итеү өсөн 2022 йылдың ғинуарынан дәүләт милкенән файҙаланған өсөн аренда түләүен иҫәпләгәндә, 0,01-гә тигеҙ ташламалы коэффициент ҡаралған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: