Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 16:00

Киләсәктә М5 трассаһы 4 - 5 һыҙатлы буласаҡ

 БР Башлығы Радий Хәбиров М5 юлы буйынса пландары менән уртаҡлашты.  

Киләсәктә М5 трассаһы 4 - 5 һыҙатлы буласаҡ
Киләсәктә М5 трассаһы 4 - 5 һыҙатлы буласаҡ

 БР Башлығы Радий Хәбиров М5 юлы буйынса пландары менән уртаҡлашты.

“Был – төп трасса, уны барыһы ла белә. Уның ҡайһы бер урындарында етешһеҙлектәр бар. Беҙ уларҙы бөтөрөүгә бурыстар ҡуябыҙ.

Һул яҡ. Языково ауылынан Октябрьский ҡалаһына тиклем участок. Благовар районының Мирный ауылынан алып Бүздәк районының Иҫке Бағады ауылына тиклем һәм Серафимовканан алып Татарстан менән сиккә тиклем эштәр 2024 йылға тиклем башҡарыласаҡ. Бында дүрт  һыҙат, урыны менән алты һыҙатҡа тиклем буласаҡ. Ике участок ҡыҙыл һыҙат менән билдәләнгән.  Иҫке Багады ауылынан Ҡандра һәм Ҡандракүлдән Серафимовкаға тиклем.  Бында ла мәсьәләне хәл итеү юлдарын күрәбеҙ. 2022 йылда проектлау эштәре тамамаланасаҡ. Төҙөкләндереү 2023 йылдан 2026 йылға тиклем барасаҡ.

Зәңгәр менән билдәләнгән участок – Шмидтово ауылынан Шакша айырмаһына тиклем – эш стадияһында. 2026 йылға Шакша айырмаһынан Татарстан менән сиккә тиклем трассаның һул яғы дүрт һыҙатҡа етә. Был юл һәләкәттәрен кәмеүенә килтерер, тип ышанабыҙ. Сөнки бында әлегәсә ике һыҙат.

Уң яҡ. Бында хәл ҡатмарлыраҡ. Шакша айырмаһынан Балтика ауылына тиклем шаҡтай ҙур участканы проектланыҡ. Төҙөкләндереү эштәре быйыл башланасаҡ. Балтика ауылынан Силәбе өлкәһе менән сиккә тиклем проектланмаған участок ҡала. Шул 39 саҡрымды Рәсәй Транспорт министрлығы, Росавтодор менән 2022 –23 йылдарҙа артабан реконструкциялау тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Беҙҙең пландар – 2030 йылға М5 трассаһын ҡаршы хәрәкәтте айырыу менән  трассаны 4-6 һыҙатлы итеп эшләү”.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: