Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 12:00

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә яҡынса фараз яһаны.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән ҡар яуа. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә - 23-28, аяҙытҡанда 33, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа - 18-23, көндөҙ - 7-12 градус һалҡын.
7 ғинуарҙа ҡар яуасаҡ, ул урыны менән ҡар ҡатыш ямғырға күсәсәк. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығасаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә - 7-12 градус һалҡын, көндөҙ 2 градус йылынан 3 градусҡаса һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: