Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 11:20

Хакимиәт халыҡ зарын ишетте

Хәҙер транспорт көтөү халыҡҡа күпкә уңайлыраҡ.  

Хакимиәт халыҡ зарын ишетте
Хакимиәт халыҡ зарын ишетте

Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр   Зенцов һәм Совет урамдары буйлап автобус көтә. Улар ямғыр, ҡар яуғанда ла, көслө елдә лә  асыҡ һауала көтөргә мәжбүр. Халыҡ туҡталыш павильонын күрше Коммунистик урамында урынлаштырыуҙы һорай.Был хаҡта социаль селтәрҙә  лә яҙғандар.  Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте иғтибар үҙәгенә алған. Ҡала хакимиәте  2021 йылдың 30 декабренә тиклем Коммунистик урамында ваҡытлыса туҡталыш павильонын урынлаштырған. Хәҙер транспорт көтөү халыҡҡа күпкә уңайлыраҡ.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: