Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 10:40

Өфөлә бер ҡатын быуар йыланын юғалтҡан

Өҫтәүенә ул күп ҡатлы йортта йәшәй һәм питондан тыш, тағы бер нисә һөйрәлеүсене аҫрай икән. Күршегеҙҙең шундай булыуын теләр инегеҙме?

Өфөлә бер ҡатын быуар йыланын юғалтҡан
Өфөлә бер ҡатын быуар йыланын юғалтҡан

Ҡатын аптыранған да ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Улар килгән һәм мәхлүкте ванна бүлмәһенән табып алған. Баҡтиһәң, йыландарҙы хужабикәһе фотосессияларға прокатҡа биреп, аҡса эшләй. Питон иһә контейнерҙан сығып ҡасҡан булған.

Эт көтәләр, бесәй көтәләр, йылан да көтәләр...

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: