Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 12:01

Бөгөн – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө

Бөтә донъяла билдәләнә. Был иҫтәлекле датаны Франциялағы SOS ойошмаһы тәҡдиме менән булдырғандар. Электән һуғыштарҙа балалар ныҡ зыян күргән. Хәҙер ҙә шулай дауам итә...

Бөгөн – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө
Бөгөн – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө

Донъяла һуғыш арҡаһында ҡасаҡтар ҙа күп. Уларҙың яртыһын балалар тәшкил итә. Етмәһә, күбеһе етем ҡалған.

Нимәһе ҡурҡыныс: һуғыш шарттарында етем балалар үҙҙәрен яҡлай алмай.

Балалар хоҡуҡтары буйынса конвенцияла билдәләнеүенсә, өлкәндәр ниндәйҙер проблемаларын һуғыш һәм ҡан ҡойош менән хәл итергә булһа ла, балалар хоҡуҡтары боҙолорға тейеш түгел. Ер йөҙөндәге һәр бала тыныс йәшәргә тейеш.

Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион кеше һәләк булған, тиҙәр. Был – яҡынса статистика. Шуларҙың 10 миллионы – һалдаттар, ҡалғандары – ололар, ҡатындар, балалар. Тик күпме бала һәләк булыуы тураһында статистика юҡ. Һәр хәлдә бер миллиондан да кәм түгелдер. Ә етемдәрҙе һанаһаҡ, осона сығырлыҡ булмаҫ.

Беҙҙә “һуғыш балалары” тигән статус та барлыҡҡа килде. Әммә уларға йүнле иғтибар ҙа юҡ шикелле. Ауыр һуғыш йылдарында ололар менән бер рәттән эшләгән балаларға (бик күптәре етем йә ярты етем) Еңеү рәхмәте булырға тейештер бит?

Бөгөн дә донъяла һуғыштар дауам итә. Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ыҙа сигә...

Бөгөн – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө
Бөгөн – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: