Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2022, 18:25

12 миллиардҡа - ауыл хужалығы техникаһы

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары былтыр 12 миллиард һумға техника һәм ҡорамалдар һатып алған. Был, 2020 йыл  менән сағыштырғанда, 2 миллиард һумға күберәк.

12 миллиардҡа - ауыл хужалығы техникаһы
12 миллиардҡа - ауыл хужалығы техникаһы

Аграрийҙарҙың техника паркы  520 трактор, 260 иген урыу һәм 60 мал аҙығы йыйыу комбайны, 880 берәмек һөргөс һәм сәсеү машиналары, башҡа ҡорамалдар менән тулыланған. Башҡортостанда агросәнәғәт тармағының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй. Уның сиктәрендә ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға киткән сығымдарҙың яртыһына тиклем субсидия бирелә.

   - Яҙғы сәсеү еңелдән булмаясаҡ. Көҙгө һауа шарттары ужым культураларын  сәсергә мөмкинлек бирмәне. Яҙғы сәсеү эштәрендә эш күләме күп буласаҡ, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: