Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 09:14

Юл торошо сәбәпсе булмаясаҡ

Рәсәйҙә ике бәлә бар, тиҙәр. Йәнәһе, юлдар һәм иҫәрҙәр. Эш барышына ҡарағанда, юл бәләһе тиҙҙән булмаясаҡ кеүек...

Юл торошо сәбәпсе булмаясаҡ
Юл торошо сәбәпсе булмаясаҡ
Былтыр Башҡортостанда "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы 387 км юл тәртипкә килтерелгән. Был маҡсатҡа 8,8 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 1,7 миллиарды - федераль ҡаҙнанан.
БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр булушев әйтеүенсә, һуңғы тиҫтәләрсә йылдарҙа беҙҙә юл бындай күләмдә эшләнгәне, ремонтланғаны юҡ.
Яңы йылда милли проект буйынса 167 объектта 255 саҡрым оҙонлоҡта юл яңыртыласаҡ.
Юл эштәре шул тиклем күп. Һәр ерҙә ремонт бара. Тимәк, тиҙҙән юлдарыбыҙ таҡыр һәм шыма буласаҡ, юл торошо фажиғәләргә сәбәпсе булмаясаҡ.
 
Фото: "Информавтодор".
 
 
Юл торошо сәбәпсе булмаясаҡ
Юл торошо сәбәпсе булмаясаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: