Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 14:25

ЮХХДИ инспекторҙары ярам иткән

Яңыраҡ Өфөлә йәшәүсе Йомағужиндар ғаиләһенә ярҙам талап ителә.

ЮХХДИ инспекторҙары ярам иткән
ЮХХДИ инспекторҙары ярам иткән

Бала табырға ваҡыты еткән ҡатынды бала табыу йортона ире алып китә. Тик юлда ҡатындың тулғағы көсәйә, етмәһә, ҡала урамындағы “тығын”дар ҙа дауаханаға тиҙ генә барып етергә ҡамасаулай. Ғаилә башлығы ни эшләргә лә белмәй. Шуға ла был ваҡытта юлда дежур булған ЮХХДИ инспекторҙарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡсылары махсус сигналдарын ҡабыҙып, ғаиләнең автомобилен бала табыу йортона тиклем оҙата.

Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамлана. Ғаилә ярҙам күрһәткән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – лейтенант Камаловты һәм кесе лейтенант Суняевты бала табыу йортонан сығарыу тантанаһына саҡыра һәм рәхмәтен белдерә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: