Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 15:15

Яңы ФАП - һәр саҡ ҡыуанысҡа

Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Уны күптән көтәләр ине.

Яңы ФАП - һәр саҡ ҡыуанысҡа
Яңы ФАП - һәр саҡ ҡыуанысҡа

Бығаса эшләгән пункттың бинаһы 1970 йылда һалынған. Әлбиттә, заман талаптарына яуап бирмәгән. Ауылда бөгөн 1400 кеше йәшәй. Шул сама күп кешегә уңайлы, яңы бина кәрәк ине.

Объектҡа нигеҙ 2021 йылдың сентябрендә генә һалына һәм бик ҡыҫҡа ваҡытта 69 кв.м майҙанлыҡ яңы бина ҡалҡып та сыға. Бында кәрәкле бөтә нәмә бар.

 

Яңы ФАП - һәр саҡ ҡыуанысҡа
Яңы ФАП - һәр саҡ ҡыуанысҡа
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: