Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 14:56

Руханиға суд ҡарары сығарылды

Ул 20 йыл дауамында тәрбиәгә алынған балаларын көсләгән.  

Руханиға суд ҡарары сығарылды
Руханиға суд ҡарары сығарылды

Ырымбур өлкәһенең руханийы Николай Стремскийҙың енәйәте буйынса тикшереү эштәре тамамланды. 2021 йылдың 24 декабрендә уны Һарыҡташ районы суды 21 йылға иркенән мәхрүм итте. Ул ҡаты режимлы калонияға оҙатылды. Бынан тыш рухани "Ата-әсә ҡаһарманлығы" орденынан мәхрүм ителде, шулай уҡ зыян күреүсе алты балаға 1-әр миллон һум күләмендә компенсация түләргә тейеш.

Николай Стремский бер нисә статья буйынса хөкүм ителде. Енәйәт эше материалдарына ярашлы, уның тарафынан 1997 - 2019 йылдар аралығында 11 бәлиғ булмаған бала енси һәм физик көсләүгә дусар ителгән. Тик оҙаҡ ваҡыт үтеү сәбәпле ҡайһы бер ғәйепләүҙәр яза ҡарарына йоғонто яһамаған. Рухани суд ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдергән, эште янынан ҡарауҙарын һораған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: