Бер нисә тема ҡаралды: коронавирустан прививкалау, вакцина яһатмағандарға сикләү саралары, мәктәптәрҙең уҡыуға әҙерлеге һ.б.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бөгөнгә 2 063 250 кеше тулыһынса вакцина яһатҡан. Был - бөтә кешенең 83 проценты.
"Роспотребнадзор"ҙың республика буйынса етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, сир сигенгән кеүек.
Радий Хәбиров былай тине:
- Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло. Шулай ҙа сикләүҙәрҙе бөтөрөргә нигеҙ юҡ. Рәсәйҙә "омикрон" штамы йоҡтороу осраҡтары бар. Был иртәме-һуңмы вирустың яңы төрө беҙгә лә килеп етеүе ихтимал, тигән һүҙ. Уға әҙер булырға тейешбеҙ.
Мәктәптәр ҡышҡы каникулдан һуң балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Уларҙа санитар-эпидемиологик хәл-торош контролләнәсәк. 2196 медицина инспекторы эшләй.
Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына киләһе аҙнанан мәктәптәрҙең уҡыуға әҙерлеген тикшерергә һәм директорҙар менән кәңәшмә үткәрергә ҡушты.
- Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа шуны аңларға тейеш: әгәр бала үҙен насар тоя икән, ул өйҙә ҡалһын. Мәктәптәрҙә вирус таралыуға юл ҡуйырға ярамай, - тине республика етәксеһе.
Икенсе аҙнанан коронавирусҡа бәйле тикшереүҙәр көсәйәсәк. Был вакциналауға ла ҡағыла.
Фото: электрогазета.рф