Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 14:44

Операцияны робот яһаған

Быға ҡәҙәре бындай операциялар Мәскәү, Новосибирск һәм Санкт-Петербург дауаханаларында ғына үткәрелә ине.   

Операцияны робот яһаған
Операцияны робот яһаған

Башҡорт дәүләт медицина университетының клиникаһында йөрәккә da Vinci роботы операция эшләгән. Ошо турала ВУЗ-дың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Робот технологияһы ҡулланып, бәләкәй генә тишек аша үтә нескә операцияларҙы ла эшләргә мөмкин.

"Бындай операцияларҙан һуң пациенттар бик тиҙ аяҡҡа баҫа, өҙлөк булыу ҡурҡынысы кәмей," - ти клиниканың йөрәк - ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге мөдире Аркадий Долганов.

 БДМУ ректоры, Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Валентин Павлов әйтеүенсә, киләсәктә робот технологияһын гинекология, онкология, урология, эндокринология, колопроктология өлкәһендә лә киң ҡулланыласаҡ.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: