+6 °С
Ясна
3 ғинуарҙа Иглиндағы бер йортта янғын сыға. Унда 11 йәшлек бала үҙе генә ҡалған була. Малай, үкенескә күрә, ныҡ зыян күргән. Әле ул Өфөнөң 18-се дауаханаһында реанимацияла ята. Тәне - 85, үпкәһе 50 процентҡа бешкән.
Баланы Мәскәүгә, Склифосовский исемендәге институтҡа алып барырға кәрәк, тигән һүҙ ҙә таралғайны. Тик уны әлегә бер ҡайҙа ла йөрөтөп булмай, хәле ныҡ ауыр.
Әсәһе Эльвира белдереүенсә, балаға ярҙам итеүҙе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла контролгә алған.
Янғын сәбәбе тикшерелә.
Йәмәғәт, үҙегеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла һаҡлағыҙ! Абай булығыҙ!
Фото: vk.com