Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 20:08

Күпер ваҡытлыса ябыла

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр: һауа температураһы 25 градустан түбән төшөүе тураһындағы фаразға таянып, Ағиҙел аша иҫке күперҙе бер аҙға ябып торалар. Сөнки ҡаты һыуыҡта унан йөрөүе хәүефле.

Күпер ваҡытлыса ябыла
Күпер ваҡытлыса ябыла

Бөгөн 23.00 сәғәттән иртәнге 10-ғаса Ағиҙел аша иҫке күпер ябыла. Объекттың конструкцияһына көсөргәнеш төшөрөргә ярамай. 

2018 йылда күперҙе ремонтлағанда белгестәр ныҡ һыуытҡанда уны ябырға кәрәклеген иҫкәрткән. Ҡала хеҙмәттәре юл йөрөүселәрҙән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә. Был ваҡытлыса ғына, моғайын, "тығын" артыҡ булмаҫ та.

 

 

Күпер ваҡытлыса ябыла
Күпер ваҡытлыса ябыла
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: