Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 16:34

Көн һайын берәү бата...

Йәй аңлашыла – халыҡ эҫенән йылға-күл буйҙарына тула. Шунлыҡтан батыусылар ҙа байтаҡ була. Үкенескә. Ә ҡыш көнө кешеләр ниңә күп бата? Балыҡсылар хәүеф ҡағиҙәләрен үтәмәйме?

Көн һайын берәү бата...
Көн һайын берәү бата...

Мәҫәлән, Өфөлә яңы йылдың тәүге ике көнөндә генә ике бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән: Һупайлы биҫтәһе янында Өфө йылғаһында ике ир һыуға төшөп киткән. Ярай әле, ҡотҡарыусылар тиҙ килгән һәм уларҙы сығарған.

Һыу ятҡылыҡтарында ҡышын да ҡотҡарыу-һаҡ хеҙмәте эшләй, рейдтар үткәрә. Үткәрмәҫ тә ине – батыусылар күп. Әлбиттә, ҡотҡарыусылар ҡала янында була, ә ауылдарҙа кем ҡотҡара?

МЧС һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты иҫкәртә: һаҡ булығыҙ, балаларығыҙҙы һыуға яңғыҙ ебәрмәгеҙ! Боҙҙоң торошо ла, көн торошо кеүек, аңлашылмай был көндәрҙә.

Көн һайын берәү бата...
Көн һайын берәү бата...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: