Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 15:36

Иғтибар, яңы китап!

Яҙыусы Рәйлә Сабитованың күптән көтөлгән йыйынтығы ул.

Иғтибар, яңы китап!
Иғтибар, яңы китап!

Үткән йылдың һуңғы көндәрендә Ғафури районында йәшәп ижад итеүсе  Рәйлә Сабитованың "Һауалағы торна артынан" исемле баҫмаһы донъя күрҙе.
Китапта авторҙың "Һауалағы торна артынан йәки Артыҡбикә", "Таш ҡала әкиәттәре" исемле повестары, "Һырттан килгән ике һын", "Авокадо менән тултырылған кальмар", "Көсһөҙ кеше", "Яңы йылға Ҡарһылыу ғына етмәй ине" һәм башҡа ҡыҙыҡлы хикәйәләре тупланған.

Китап нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарылды, сайт аша заказ менән дә алдырырға мөмкин.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: