Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 16:45

Экодиктантты һәйбәт яҙғанбыҙ

Бөтә Рәсәй экология диктанты 2019 йылдан башлап уҙғарыла.  

Экодиктантты һәйбәт яҙғанбыҙ
Экодиктантты һәйбәт яҙғанбыҙ

Был сара йәш быуынды экологик яҡтан мәҙәниәтле итеп тәрбиәләү, экологик белем таратыу буйынса бик һәйбәт онлайн-проект булып тора.
2021 йылда диктант ресурстарҙы һаҡлау темаһына арналды һәм урыҫ, инглиз, испан телдәрендә яҙылды. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәре ҡушылды. Ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы 1-се урын алды: диктантты беҙҙә 145 мең 813 кеше яҙҙы. Еңеүселәр һаны буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ: 2680 кеше I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ә 60 меңдән ашыу кеше призлы урындар алған.
Бөтә Рәсәй экология диктанты Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: