Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 12:02

Белорет урмандарында ут күршеләребеҙ юғалған

Татарстан туристары Яңы йылды Атыш шарлауығында ҡаршы алырға теләй.

Белорет урмандарында ут күршеләребеҙ юғалған
Белорет урмандарында ут күршеләребеҙ юғалған

30 декабрҙә Татарстандан бер төркөм сәйәхәтсе Белорет районындағы Атыш шарлауығына юлланған. Улар 2 ғинуарға ҡайтып етергә тейеш булған. Әммә оҙаҡламай сәйәхәтселәр менән бәйләнеш өҙөлгән. Ҡазанда йәшәүсе туғандары борсолоп полицияға мөрәжәғәт иткән.

Бынан һуң сәйәхәтселәрҙе Волга буйы федераль округының зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды эҙләй башлаған. Баҡһаң, ҡунаҡтар шарлауыҡтан алыҫ түгел ауылға барған булған. Бында бәйләнеш бөтөнләй тотмаған. Улар медицина ярҙамынан баш тартҡан.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы сәйәхәткә сыҡҡанда туристик төркөмдө һәм маршрутты МЧС-тың сайтында теркәргә кәңәш итә. Был осраҡта ярҙам тиҙ арала күрһәтеләсәк. Ҡотҡарыусылар рюкзакты нисек дөрөҫ йыйырға икәнлеген дә иҫкә төшөрҙө. Ҡышҡыһын сәйәхәткә сыҡҡанда иң мөһиме: уңайлы һәм йылы кейем. Кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыу билдәләре булырға тейеш. Шулай уҡ үҙең менән аптечка, һыу, аҙыҡ-түлек, карта, компас, фонарь, һыҙғыртҡыс, арҡан, шырпы һәм башҡа поход кәрәк-яраҡтары алыу мотлаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: