Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 12:38

Байрамға алған шыршыны “Кроношпан”ға тапшыр!

Әле үк шыршыны алып ҡуйыу иртәрәктер. Беҙҙең халыҡ Яңы йылды иҫкесә лә ҡаршылай торған. Ә бына шунан һуң шыршыларҙы эшкәртеүгә йыя башлайҙар. Быйыл баш ҡалала 15 урында ҡабул ителә.

Байрамға алған шыршыны “Кроношпан”ға тапшыр!
Байрамға алған шыршыны “Кроношпан”ға тапшыр!

Өфөлә 15, 16, 22 һәм 23 ғинуарҙа (12.00 – 16.00 сәғәттәрҙә) түбәндәге адрестар буйынса тапшыра алаһығыҙ:

Дим районында – Магистраль урамы, 2А, Столяров урамы, 2 (“Сағыу” биҫтәһе);

Калинин районында – Мушников урамы, 11 һәм Гвардия урамы, 58/1;

Киров районында – Һынаусылар урамы (Испытателей) 21, Кувыкин, 16 һәм Рубеж урамы,174;

Ленин районында – Әхмәтов һәм Ирәндек урамдары киҫелешендә, Артезиан урамы, 18;

Октябрь районында – Гагарин урамы, 10/2, Королев урамы,17, “Башҡортостан” сауҙа йорто;

Орджоникидзе районында – “Колхоз баҙары” янында;

Совет районында – Менделеев урамы, 171 һәм Ленин урамы, 87.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Байрамға алған шыршыны “Кроношпан”ға тапшыр!
Байрамға алған шыршыны “Кроношпан”ға тапшыр!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: