Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 11:24

Бөгөн – Халыҡ-ара еңелсә туҡланыу көнө

Атаҡ, ҡайһылай ҙа һәйбәт көн икән! Бик белеп булдырғандар бит.

Бөгөн – Халыҡ-ара еңелсә туҡланыу көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара еңелсә туҡланыу көнө

Ҡағиҙә булараҡ, халыҡ 31 декабрҙән алып, бер нисә көн буйына ныҡ ҡына ашай. Ой, өҫтәлдәребеҙҙә нимә генә булмай! Байрамды ҡаршылауҙа әҙерлек тә әллә нисәмә көн алдан башлана бит. Өйҙәгеләргә ҡаты итеп әйтеп ҡуйыла: һыуытҡыстағы ризыҡты ашамай торорға! 31-е кис өҫтәлгә теҙелә башлай: салаттар, бәлештәр, төрлө турама, ит, аш, былау, компот, шарап, еләк-емеш, торт...

Яңы йылды шартына килтереп байрам итеүгә беҙҙә бер нәмә лә ҡаршы тора алмай. Хет буран, хет ҡаты һыуыҡ, хет ямғыр.

Яңы йыл каникулында һәр кем бер өс килоға арталыр ул. Шуға ла тап ошо көндө (тик әле каникул бөтмәгән!) еңелсә ашау көнө тип иғлан иткәндәрҙер. Һимереүгә ҡаршы көрәш көнө, тип тә атарға булалыр. Иң тәүҙә был көн 2018 йылдың 5 ғинуарында билдәләнгән.

Нисек еңелсә ашарға? Ябай: фастфудтан баш тартығыҙ, калориялы ризыҡты ашамай тороғоҙ, алкоголь ҡырҡа тыйыла. Шыйығыраҡ ҡатыҡ һәйбәт булыр, минеңсә)))

Бөгөн – Халыҡ-ара еңелсә туҡланыу көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара еңелсә туҡланыу көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: