+1 °С
Ясна
Красноярск ҡалаһында йәшәүсе ир урамда ейәнсәре менән саф һауала йөрөгән ҡатынға бәләкәй балаһын ҡалдырып китә. Тәүҙә ул бергәләп тауҙан шыуырға рөхсәт һорай, ә һуңынан уйын майҙансығынан шым ғына юҡҡа сыға. Был хаҡта ҡатын 112 телефонына шылтыратып хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары баланың ата-әсәһен таба һәм малайҙы әсәһенә тапшыра. Атай кеше хоҡуҡ һаҡсыларына баланы ни өсөн ташлап китеүен аңлата алмай.
Фото: Т. Аманов