Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 12:27

Ҡаҙағстанға ни булған?

Бында ил Хөкүмәте отставкаға ебәрелгән.

Ҡаҙағстанға ни булған?
Ҡаҙағстанға ни булған?

2 ғинуарҙан башлап Ҡаҙағстан ҡалаларында күләмле протест акциялары бара. Алма-Атала һәм Манғыштау өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелгән. Йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн 200-ҙән ашыу кеше ҡулға алынған. Ҙур ҡалаларҙа үткән бәрелештәрҙә 95 хоҡуҡ һаҡсыһы зыян күргән.

Ил президенты Ҡасим-Йомарт Тоҡаев Ҡаҙағстан хөкүмәтенең отставкаһы тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Бөгөндән Премьер-министр вазифаһын ваҡытлыса Алихан Смаилов башҡарасаҡ. Ғәҙәттән тыш хәл тәртибе 19 ғинуарға тиклем дауам итә.

Протест акциялары 2 ғинуарҙа Жанаозен һәм Аҡтау ҡалаларында кешеләр яғыулыҡҡа хаҡтарҙы кәметеүҙе талап итеп пикет ойошторғандан һуң башланып китә. Мәғлүм булыуынса, Ҡаҙағстанда 1 ғинуарҙан зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡ ике тапҡырға күтәрелгән — 60 тәңкәнән 120 тәңкәгә тиклем артҡан. Президент Ҡасим-Йомарт Тоҡаев монополияға ҡаршы органға газ һәм бензин хаҡтарына дәүләт көйләүен индерергә ҡушҡан.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: