Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2022, 15:50

2021 йыл: һандар һәм факттар

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәренең ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәте һөҙөмтәләренә байҡау.

2021 йыл: һандар һәм факттар
2021 йыл: һандар һәм факттар

12 меңгә яҡын кешегә “Хеҙмәт ветераны”, ”Ҙур стажлы хеҙмәт ветераны” исемдәре бирелгән.

4000 самаһы бала һөнәри йүнәлеш биреүсе акцияла ҡатнашҡан.

628 тапҡыр вакансиялар йәрминкәһе ойошторолған.

552 эшсенең хеҙмәт хоҡуғы боҙолоуы асыҡланған.

Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә уҡытыу буйынса 38 программа ҡаралған һәм раҫланған.

4000-дән ашыу ғаилә социаль күҙәтеү ҡарамағында (уларҙа 15 мең бала тәрбиәләнә).

1,5 миллион кеше дәүләттән финанс ярҙамы ала.

243 гражданға етем баланы тәрбиәгә алыуға рөхсәт биреү хупланған.

5000 тирәһе социаль килешеү төҙөлгән, уға ярашлы, 1000-дән ашыу кеше үҙ эшен асҡан.

Оло йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн ике объект төҙөүгә 620,5 миллион һум субсидия бирелә.

123 коммерцияға ҡарамаған ойошма (НКО) Президент гранттары конкурсында еңеү яулаған. Ике конкурста республикаға 122 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп иткән.

973 ойошма (предприятие, шәхси эшҡыуар, компания һ.б.) эшһеҙ граждандарҙы алыу буйынса дәүләт ярҙамы сараларында ҡатнашып, 1626 эшһеҙҙе эшкә алған.

(Мәғлүмәттәр БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән).

2021 йыл: һандар һәм факттар
2021 йыл: һандар һәм факттар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: