+3 °С
Ясна
Мәскәүҙә Айнур Асҡаровтың Свердловск киностудияһында төшөрөлгән "Буран" фильмының премьераһы үтте. Унда төп ролдәрҙе Ангелина Поплавская һәм Александр Головин башҡарған, шулай уҡ Михаил Сафронов һәм Маша Лобанова ла төшкән. Фильмда автомобиль трассаһында күҙ асҡыһыҙ ҡаты буранда иҫән ҡалған хоккейсы Максим Ковалевтың тарихы бәйән ителә.
Сценарийҙы Айнур Асҡаров Рада Демент һәм Айҙар Аҡманов менән бергә яҙған. Фильмдың бюджеты 45 миллион һум тәшкил иткән. 2022 йылдың ғинуарында фильм онлайн-кинотеатрҙарҙа сыға.