Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2022, 12:58

Тағы бер люк асыҡ ятҡан

 2021 йылда Республика менән идара итеү үҙәгенә асыҡ люктар тураһында 178  тапҡыр хәбәр  иткәндәр.

Тағы бер люк асыҡ ятҡан
Тағы бер люк асыҡ ятҡан

   Бөгөн, 3 ғинуар, Республика менән идара итеү үҙәгенә Өфө ҡалаһының   Лесозаводской урамында канализация люгының асыҡ булыуын хәбәр иттеләр.  Дежурныйҙар  Ленин районы хакимиәте менән бәйләнешкә инеп, мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшә.  Сотрудники «Уфаводоканал» хеҙмәткәрҙәре  оператив рәүештә соҡорҙо япты. 

2021 йылда Республика менән идара итеү үҙәгенә асыҡ люктар тураһында 178 хәбәр килгән.

Ҡапҡасы ябылмаған соҡор хайуандар, автомобилдәр һәм иң беренсе сиратта кешеләр өсөн хәүефле.

Асыҡ люк күргән осраҡта нимә эшләргә?
 - был урынды  сағыу әйбер йә ботаҡ менән билдәләп ҡуйырға;

- коммуналь хеҙмәттәргә йәки 112 һандары буйынса Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер ҡасан да үҙаллы ҡапҡасын ябырға маташмағыҙ – төшөрөп ебәреүегеҙ йә үҙегеҙ соҡорға төшөп китеүегеҙ ихтимал.

 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 


 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: