Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2022, 16:46

РФ Пенсия фондына ашығығыҙ, аҡса бирәләр

РФ Пенсия фонды төрлө  аҡсалата түләү  алыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.

РФ Пенсия фондына ашығығыҙ,  аҡса бирәләр
РФ Пенсия фондына ашығығыҙ, аҡса бирәләр

 

Элек бындай түләүҙәрҙе халыҡты социаль яҡлау бүлектәре тәғәйенләй торғайны. 2022 йылдан был вәкәләттәр Пенсия фондына тапшырылды.

Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре 10 мең һум аҡсалата түләүгә хоҡуҡлы. Ул алынған йәрәхәттән инвалид булып ҡалған  кешегә тәғәйенләнә. Әгәр ҙә  хәрби  алынған йәрәхәттәрҙән  һәләк булған икән, был аҡса уның ғаиләһенә түләнә.

 III төркөм инвалидтары  айына  – 3 996, II  төркөм -   9 990, I  төркөм - 19 980 һум аҡса аласаҡ.

Социаль түләүҙәргә ғаризаны йәшәгән урын буйынса РФ Пенсия фонды бүлексәләрендә йәиһә күп функциялы үҙәктә тапшырырға мөмкин.

Түләүҙе тәғәйенләү тураһында ҡарар биш көн эсендә ҡабул ителә. Ошо ваҡыт эсендә аҡсалата түләү граждандың иҫәбенә күсерелә.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: