Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2022, 13:15

Конькиҙа шыуғанда һаҡ булығыҙ!

Республика менән идара итеү үҙәге иҫкәртә.

Конькиҙа шыуғанда һаҡ булығыҙ!
Конькиҙа шыуғанда һаҡ булығыҙ!

Өфө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы буйында катокты ҡарҙан таҙарттылар, сөнки көн һайын унда көндөҙгө сәғәт 5-тә ун күңел асыу программаһы ҡаралған.   Салауат ҡалаһында  үҙәк шыршы тирәләй  үҙеңдең конькиҙарың менән бушлай шыуырға мөмкин.  Сибайҙа иһә үҙәк паркта йылдағыса  юлдарҙа каток.  Былыр, әлбиттә, һөйөндөрә, әммә Башҡортостан менән идара итеү үҙәге иҫкәртә:

Конькиҙы аяҡҡа тура килтереп һайларға кәрәк, шул саҡ та ғына улар ышаныслы таяныс була, быуындар сығыуға һәм тарамыштар тартылыуға  юл ҡуймай;

конькиҙың ботинкаһын кейгәндә аяҡҡа тәүҙә кизе-мамыҡ ойоҡбаш, һуңынан йөн ойоҡбаш кейергә кәрәк;

шнурын яҡшы итеп бәйләргә, әммә артыҡ ныҡ тартырға ярамай, юғиһә аяҡтар ойой;

Балаларҙы үҙҙәрен генә катокта ҡалдырырға ярамай. Ҡыҫҡаһы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тоторға онотмағыҙ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: