Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2022, 20:55

Кескәйҙәргә һәм әсәйҙәргә һөт ризыҡтары

Башҡортостанда 2021 йылда 33 мең бала һәм әсә бушлай һөт аҙыҡ-түлеге менән тәьмин ителде.

Кескәйҙәргә һәм әсәйҙәргә һөт ризыҡтары
Кескәйҙәргә һәм әсәйҙәргә һөт ризыҡтары

 Республикала өсөнсө йыл рәттән өс йәшкә тиклемге балаларҙы, ауырлы ҡатындарҙы һәм бала имеҙеүсе әсәләрҙе бушлай махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү программаһы эшләй.    Йыл һайын “Һөт кухняһы”н  алыусылар һаны арта, етештереү күләме үҫә һәм аҙыҡ-түлектең ассортименты  киңәйә.   

Республиканың сауҙа министры Алексей Гусев һөйләүенсә, йыл аҙағында йәшелсә-емеш (баҡса еләге менән ер еләге) тултырылған эремсек етештерелә башлаған. Һуңыраҡ уның алма менән груша һәм персик ҡушып эшләнгән төрөн дә сығарырға ниәтләйҙәр.

2021 йылда “Һөт кухняһы” 16 миллиондан ашыу  һөт, кефир, эремсек йогурт  етештергән. Бының өсөн урындағы  һатыусыларҙан 3,6 мең тонна һөт һатып алынған.

33 меңдән ашыу өс йәшкә тиклемге бала һәм уларҙың әсәләре бушлай бутҡа, ҡоро ҡатнашма һәм һөт продукцияһы менән тәьмин ителгән. Уңайлы булһын өсөн өҫтәмә рәүештә 11 таратыу пункты  асылған.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: