Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2022, 21:07

Кешеләр өшөргә тейеш түгел

Бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай: тотош йортҡа ҡағылһынмы ул, әллә айырым ғаиләгә генәме.  

Кешеләр өшөргә тейеш түгел
Кешеләр өшөргә тейеш түгел

  Өфө ҡалаһының Софья Перовская урамындағы фатирҙа йәшәгән кешеләр Яңы йыл каникулы алдынан йылыһыҙ ҡала: өйҙәге дүрт радиаторҙың өсәүһе эшләмәй.  Был проблема хаҡында улар  3 ғинуарҙа “Дәүләт хеҙмәте. Бергәләп хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш платформаһына яҙа.  

Был мөрәжәғәт тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткәнлектән, Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре уны Өфө ҡалаһының Киров районына тапшыра. Идара итеүсе компанияның хеҙмәткәре фатирға килеп,  хәлде асыҡлай: мәсьәлә радиаторҙарҙың төҙөк булмауына бәйле килеп тыуған. Фатир хужаһы кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алғас, 4 ғинуарҙа  белгестәр уларҙы алмаштырған. Әле иһә йортта бөтә батареялар ҙа йылы.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: