Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2022, 18:41

"Сәләмәт пациенттарҙың рәхмәте - иң ҙур награда"

Республикаға идара итеү үҙәге командаһының “Ғорурланырға сәбәп бар” рубрикаһы ҙур ихласлыҡ менән Башҡортостандың уңған, эшһөйәр кешеләре менән таныштыра.  

"Сәләмәт пациенттарҙың рәхмәте - иң ҙур награда"
"Сәләмәт пациенттарҙың рәхмәте - иң ҙур награда"

Шуларҙың береһе - Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы участка терапевы Зөһрә Әбүдәр ҡыҙы Кашапова. 1991 йылда медицина институтын тамамлағандан һуң тыуған ҡалаһына ҡайтып эш башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем халҡына хеҙмәт итә. Ул табип профессияһын изге бурысы тип иҫәпләй. Ә сәләмәт пациенттар һәм уларҙың рәхмәте табип өсөн иң ҙур награда.

Пандемия осорондағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Зөһрә Кашапова Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: