Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2022, 12:07

Республикала заманса элеватор төҙөлә

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә тимер юл контейнерҙарын эшкәртеү мөмкинлеге булған бойҙай киптереү комплекслы заманса элеватор төҙөү проекты индерелде.

Республикала заманса элеватор төҙөлә
Республикала заманса элеватор төҙөлә

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, яңы объект Стәрлетамаҡ районыныда төҙөләсәк.

- Был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 50 мең тоннаға иҫәпләнгән элеватор комплексы төҙөү планлаштырыла. Ул бөртөклө һәм майлы культураларҙы ҡабул итеү, таҙартыу, киптереү һәм һаҡлау кеүек хеҙмәт төрҙәрен башҡарасаҡ. Проекттың хаҡы 774,4 миллион һум тәшкил итә, бынан тыш, районда йәшәүсе 50 кешегә эш урыны булдырыла, - ти Рөстәм Моратов.

Инвестор - "Перспектива" идарасы компанияһының Стәрлетамаҡ филиалы - ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидия алырға, һалым буйынса талшамаларға иҫәп тота.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: