-16 °С
Болотло
Баймаҡ районының Темәс ауылында таңғы 4:09 сәғәттә бүрәнә йортта янғын сыға. Ул электр ярҙамында йылытылған.
- Янғын һүндерелгәс, 1963 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Йорт хужаһы бер үҙе йәшәгән. Әле янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана, - тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан.
Фото: Т. Аманов