Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2022, 22:03

Водителдәр иғтибарына

Башгидрометеоүҙәге хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә бөтә республика буйлап ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында ҡар яуғанда 500-1000 м. күреү мөмкинлеге кәмей. Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер водителдәр хәүефһеҙлек сараларын онотоп, аварияларға тарый. Фажиғәле аварияларҙың төп сәбәбе - ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлекте арттырыу. Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында юл хеҙмәттәре ЮХХДИ менән килешеп, ҡайһы бер юлдарҙа рөхсәт ителгән тиҙлекте кәметергә, "Уҙыу тыйыла" билдәләрен ҡуйырға мәжбүр.

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Юл хеҙмәттәре тиҙлек режимын күҙәтергә, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡларға саҡыра. Маневрҙарҙан, кинәт тормозға баҫыуҙан һаҡланығыҙ, юлда бик иғтибарлы булығыҙ!

Ярҙам талап ителгәндә ошо телефондарға шылтыратығыҙ: 112; 8-917-046-79-53.
📞Өфө ҡалаһының коммуналь хужалыҡ идаралығының диспетчерҙары: +7347-273-39-94.
📞Юл хужалығы идаралығы диспетчерҙары: 8-927-955-11-00.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: