Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2022, 11:50

Тәтешле районында янғын

Тәтешле районының Әрибаш ауылында шәхси йортта янғын сыға. Был ваҡыт 1940 йылғы ҡатын өйҙә була.

Тәтешле районында янғын
Тәтешле районында янғын

Ул янғынды иҫкәртеү ҡорамалының тауышын ишетә һәм мейес алдындағы утынға ут тоҡаныуын күрә. Пенсионер ваҡытында бинанан сығып өлгөрә. Ул янғын һүндереүселәрҙе лә саҡырта.
- Янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы оло йәштәге ҡатындың ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Ваҡытында янғынды туҡтатырға ла булышлыҡ итә,- тип хәбәр итәләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: