Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2022, 23:03

"Олотау турниры"нда иң сәмлеләр ярышты!

Их, бөгөн Учалы районы Ҡотой ауылында шундай шәп ярыш үтте, ә ҡайһы берәүҙәр өйҙән сыға алмай, ноут ҡосаҡлап ултырырға мәжбүр булды. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, уйындар шул тиклем ҡыҙыу барған, хатта футбол майҙансыҡтарында ҡар ирей яҙған (бер туҡтауһыҙ ҡар яуып тормаһа, майҙансыҡтарҙа ер генә ҡарайып ятып ҡалыр ине, моғайын). Ярыштарҙың иң көсөргәнешле мәлдәрендә ҡар бөртөктәре һауала уҡ иреп юҡҡа сығып торған. Беҙ хәҙер донъя, Европа матчтары, тип иҫебеҙ ҙә китмәй, "Олотау турниры" йәшәһен! 

"Олотау турниры"нда иң сәмлеләр ярышты!
"Олотау турниры"нда иң сәмлеләр ярышты!

Ә кемдәр еңеүселәр, тиһәгеҙ, бына уларҙың исемлеге:

- ҡышҡы мини-футбол буйынса II "Олотау турниры-2022" ярыштарының чемпиондары "Учалы ҡалаһының мосолмандары" командаһы! Улар икенсе йыл рәттән "Олотау турниры"нда еңеү яулай.

- "Толпар" футбол командаһы көмөш призерҙар.

- өсөнсө урында Учалы ҡалаһының "Газовик" командаһы.

Хужалар, йәғни Ҡотой ауылы егеттәре, дүртенсе урын менән хушһынған.

- Турнирҙа йәмғеһе 12 команда ҡатнашты, - тип хәбәр итте ойоштороусыларҙың береһе Линар Ғәлин. - Һәр команда бик сағыу уйын күрһәтте. Сара юғары кимәлдә үтте.

Ә беҙ, "Олотау турниры"нда туп баҫтырып ҡатнаша алмаған хәлдә лә, иң ҡыҙыу көйәрмән булырға тейешле хәбәрселәр, шикләнмәнек тә! Афарин, егеттәр!

Фото: Л.Ғәлин. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: