Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2022, 22:52

Муттар аҡса һуға

Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылында йәшәгән 47 йәшлек иргә муттар шылтыратып, уны биржала аҡса эшләргә өгөтләп күндергәндәр. Ир муттарға ышанып, төрлө банктарҙан кредиттар алып, 2 миллион 600 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаны уларға күсергән. Шул тиклем дә алданыр икән кеше...

Муттар аҡса һуға
Муттар аҡса һуға

Ә бит хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе бик ябай - билдәһеҙ әҙәмдәр шылтыратып, төрлөсә аҡса эшләргә тәҡдим итә йәки иҫәптәге аҡсағыҙҙы урларға маташалар, ти икән, шунда уҡ телефонды һүндерергә кәрәк. Бөтөнләй һөйләшмәҫкә!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: